Рәсми бүлек
2 Июня 2022, 06:37

Бөтә Рәсәй «Урал аръяғы-2022» инвестиция һабантуйы башлана

Бөгөн,  Сибайҙа  Бөтә Рәсәй «Урал аръяғы-2022» инвестиция һабантуйы башлана. Ул  4 июнгә тиклем дауам итәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөтә Рәсәй «Урал аръяғы-2022»  инвестиция һабантуйы башланаБөтә Рәсәй «Урал аръяғы-2022»  инвестиция һабантуйы башлана
Бөтә Рәсәй «Урал аръяғы-2022» инвестиция һабантуйы башлана

     Сараны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ойоштора. Инвестиция һабантуйында Рәсәйҙән, алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙән, шул иҫәптән Белорусия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә һәм башҡа илдәрҙән күп ҡунаҡтар көтөлә. Сараға федераль һәм төбәк власы органдары, Рәсәй һәм сит ил бизнесы вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылған.

         Профилле секциялар һәм пленар ултырыш барышында ҡатнашыусылар инвестиция эшмәкәрлеге һәм инвестициялар йәлеп итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ, шулай уҡ  Рәсәй төбәктәрендә уңайлы бизнес-климат булдырыу ысулдарын тикшерәсәк. Экология, туризмды һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленәсәк. Бынан тыш, һабантуйҙа төбәктең инвестиция мөмкинлектәре күргәҙмәһе эшләйәсәк.

     Форум эшендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнаша.

      Инвестиция  һабантуйының тәүге көнөндә төбәк-ара бизнес-шерифтары  форумын асыу тантанаһы үтәсәк. Был сара сиктәрендә Белгород һәм Липецк өлкәләре, Ставрополь крайы вәкилдәре бизнес-шерифтар институтының  һөҙөмтәле эш тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.  Форум программаһында Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһының «Төбәк финанс системаларын һәм бизнесты финанслау инструменттарын үҫтереү» темаһына финанс-сәнәғәт һәм инвестиция сәйәсәте буйынса советы ултырышы ҡаралған.

    Форумдың икенсе көнөндә Урал аръяғын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү программаһын презентациялау үткәреләсәк, уны әҙерләүҙә РФ Финанс министрлығының ғилми-тикшеренеү финанс институты ла ҡатнашҡан. Был көндө республика инвестиция комитетының «Инвестиция сәғәте» форматындағы күсмә ултырышы уҙғарыла.

Форумдың  һуңғы көнөндә ҡунаҡтар  Баймаҡ районы һабантуйында булып, урындағы халыҡ мәҙәниәте  һәм көнитмеш тормошо менән танышасаҡ..

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас