+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
16 Июнь 2022, 11:48

Рәсәй менән Ҡытай араһында хеҙмәттәшлек киңәйә

Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы етәксеһе Си Цзиньпин ике яҡлы хеҙмәттәшлекте  йыл аҙағына рекордлы кимәлгә үҫтерергә һөйләшеп килеште.  #ВладимирПутин

Улар был турала телефон аша һөйләшеү барышында белдерҙеләр  һәм Рәсәйгә ҡаршы индерелгән санкциялар шарттарында ике яҡлы хеҙмәттәшлекте, шулай уҡ халыҡ-ара проблемаларҙы тикшерҙеләр.

      Белеүегеҙсә, бынан алдан Ҡытай иле Рәсәй менән сауҙа итеүҙә сикләүҙәр булмауын һәм Рәсәй газын һатып алыуҙы дауам итергә ниәтләүен  белдергәйне.

      Әлеге  һөйләшеүҙә Си Цзиньпин менән Владимир Путин ике илдең энергетика, сәнәғәт һәм транспорт өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте  киңәйтергә һөйләшеп килеште.

Лидерҙар «Көнбайыштың легаль булмаған санкция сәйәсәте һөҙөмтәһендә» глобаль иҡтисадтағы хәлдең ҡатмарлашыуын билдәләне. Улар шулай уҡ хәрби һәм хәрби-техник бәйләнештәрҙе үҫтереүҙе тикшерҙе.Лидерҙар илдәрҙең күп яҡлы, шул иҫәптән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында килешеп эш итеүгә әҙерлеген раҫланы.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: