+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
17 Июнь 2022, 18:28

Ҡаҙағстан менән Башҡортостан республикаһы етәкселәре осрашты

Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым  Тоҡаев осрашты.

Ике республиканың Хөкүмәт ағзалары ҡатнашлығында үткән был осрашыуҙа сауҙа, иҡтисад, сәнәғәт, инвестиция һәм мәҙәни-гуманитар өлкәләрҙә Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу буйынса сараларҙы тикшерҙеләр. Әйткәндәй, үткән йыл йомғаҡтары буйынса, Ҡаҙағыстан  Башҡортостан Республикаһының тышҡы сауҙа әйләнешендә 9,1 процент өлөш менән икенсе урынды биләй.

Автор:
Читайте нас: