+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
14 Июль 2022, 12:31

Тышҡы сауҙала ҡатнашыусылар өсөн административ штрафтар кәмей

Рәсәй Президенты Владимир Путин тышҡы сауҙала ҡатнашыусылар өсөн административ штрафтарҙы кәметеүҙе күҙ уңында тотҡан законға ҡул ҡуйҙы. #ВладимирПутин

Тышҡы сауҙала ҡатнашыусылар өсөн административ штрафтар кәмей
Тышҡы сауҙала ҡатнашыусылар өсөн административ штрафтар кәмей

Яңы ҡабул ителгән ҡануниәт, законһыҙ валюта операцияларын тормошҡа ашырған өсөн тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә ҡатнашыусылар өсөн штрафтарҙы ошондай операция суммаһынан элекке 75-100 процент урынына,  20-40 процентҡа тиклем кәметә.

     Шулай уҡ экспортерҙарҙың һумдарҙағы табышын билдәләнгән ваҡыт эсендә тейешле банктар иҫәбенә күсерелмәгән аҡса суммаһы өсөн штрафты  3-10 проценттан 3-5 процентҡа тиклем ҡыҫҡарта. Һүҙ тышҡы сауҙа килешеүенең экспорт тауарҙарын һумдарҙа түләүҙе күҙ уңында тотоу осраҡтары хаҡында бара.

      Хәҙер валюта ҡануниәтен боҙған вазифалы кешеләргә штраф күләме, боҙоу суммаһы процентына ярашлы  иҫәпләүгә ҡоролған, ә элек штраф билдәләнгән күләмдә ине.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: