+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
20 Июль 2022, 11:05

Республика сәнәғәте оло үҫеш юлында

Белоретта урынлашҡан Урал пружина заводы “Лада Ларгус” модель рәте автомобилдәре өсөн пружиналар поставкалауға һайлап алынды.

Республика сәнәғәте оло үҫеш юлында
Республика сәнәғәте оло үҫеш юлында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республиканың сәнәғәт ҡеүәте, Урал пружина заводы тураһында яҙҙы.

“Башҡортостандың сәнәғәт ҡеүәтенә һәм үҙебеҙҙең етештереүселәрҙең компетенцияһына һәр саҡ ышандым. Ваҡыт сит ил аналогтарынан бер ҙә кәм булмаған продукция сығара алыуыбыҙҙы күрһәтте.

Сәнәғәт патриотизмы ябай һүҙ генә түгел, ул – үҙ-үҙеңә ышаныс, яңы эш урындары, инвестиция һәм һалымдар

Мартта уҡ импортты алмаштырыу өсөн биш меңдән ашыу сәнәғәт продукцияһы исемлеген төҙөнөк һәм уның буйынса Рәсәй төбәктәре, дуҫ илдәр менән эшләй башланыҡ. Әле тәүге һөҙөмтәләрҙе күрәбеҙ ҙә инде. Мәҫәлән, Белоретта урынлашҡан Урал пружина заводы “Лада Ларгус” модель рәте автомобилдәре өсөн пружиналар поставкалауға һайлап алынды.

Был – илебеҙҙең автомобиль сәнәғәте өсөн импортҡа алмаш программаһының бер өлөшө. Әлегә тиклем комплектлау өлөштәре тулыһынса тиерлек сит илдәрҙән алына ине.

“АвтоВАЗ”да сериялы тәьминәт августа башлана. Шул уҡ ваҡытта предприятие әле үк үҙебеҙҙең автомобиль сәнәғәте өлкәһендәге башҡа проекттар өсөн номенклатураларҙы үҙләштереү йәһәтенән эш алып бара.

Барлыҡ йөкләмәләрҙе гарантиялы үтәү өсөн завод автомобиль сәнәғәтенең донъя стандарттарына ярашлы автоматлаштырылған технология нигеҙендә өр-яңы етештереү комплексын төҙөй башланы. Проект федераль Сәнәғәтте үҫтереү фондының “Комплектлау изделиелары” программаһы буйынса дәүләт ярҙамы аласаҡ.

Әйткәндәй, яңы төр продукцияны үҙләштереү иҫәбенә 2022 йылдың тәүге яртыһында Урал пружина заводында табыш былтырғы ғинуар – июнь менән сағыштырғанда 36 процентҡа артҡан.

Етештереүселәребеҙгә ҡыйыулыҡ һәм сәнәғәтте үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн рәхмәт! Барығыҙға ла уңыштар!” – тип яҙҙы республика Башлығы.

Автор:
Читайте нас: