+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
29 Июль 2022, 08:55

Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә

Ил Башлығы Хөкүмәт ағзалары менән видеоконференция режимында кәңәшмә үткәрҙе. #ВладимирПутин

Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә
Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә

Ил башлығы Хөкүмәт ағзалары менән видеоконференция режимында кәңәшмә үткәрҙе.Осрашыуҙа төп тема – авиация йөк ташыуҙары һәм авиатөҙөлөшөн үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Бынан тыш, башҡа мөһим мәсьәләләр ҙә тикшерелде.

Атап әйткәндә, Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары – Сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров радиоэлектроникала мөһим булған газдарҙы етештереү башланыуын белдерҙе.

Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко онкологик сир менән яфаланғандарға медицина ярҙамы күрһәтеү хаҡында һөйләне.

Якутияла һәм Хабаровск өлкәһендә янғындарға ҡаршы көрәш хаҡында тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Александр Козлов бәйән итте. Джугджурск ҡурсаулығындағы хәл менән МЧС етәксеһе Александр Куренков таныштырҙы. Мәҙәниәт министры Ольга Любимованың сығышы төрлө учреждениеларҙың һәм милли театрҙарҙың йәйге осорҙағы гастроль-крүгәҙмә эшмәкәрлеге хаҡында булды.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: