+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
4 Август 2022, 15:21

Әсәлек капиталы менән түләргә мөмкин

Рәсәй Президенты Владимир Путин шәхси эшҡыуарҙар күрһәткән белем биреү хеҙмәттәренә түләү өсөн әсәлек капиталын файҙаланыу хоҡуғы тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. #ВладимирПутин

Әсәлек капиталы менән түләргә мөмкин
Әсәлек капиталы менән түләргә мөмкин

«Балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам итеү саралары тураһында»ғы федераль законға төҙәтмәләр индерелде. Һүҙ белем биреү эшмәкәрлегенә лицензияһы булған шәхси эшҡыуарҙар хаҡында бара. Мәғариф өлкәһендә эшҡыуарҙар шәхси балалар баҡсаһы асыусы йәки репетитор булараҡ теркәлеүе мөмкин.

Әлеге ваҡытта  әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, балаларға белем биреүгә, әсәнең пенсияһының тупланма өлөшөн булдырыуға, инвалид балаларҙы социаль яраҡлаштырыуға тотонорға була ине.

    Ағымдағы  йылда ғаиләлә тәүге бала тыуғанда 524,5 мең һум ала. Икенсе балаға әсәлек капиталы күләме, әгәр ғаилә уны беренсеһе тыуғандан һуң алмаған икән  693,1 мең һум, әгәр алған булһа 168,6 мең һум тәшкил итә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: