-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
5 Август 2022, 16:20

Владимир Путин “шпаргалкаһыҙ һөйләшеүе менән аптыратҡан

АҠШ Дәүләт секретарының беренсе урынбаҫары Уэнди Шерман Economist журналы менән интервьюла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "шпаргалкаһыҙ һөйләшә белеүе" тураһында һөйләгән. #ВладимирПутин

Владимир Путин “шпаргалкаһыҙ һөйләшеүе менән аптыратҡан
Владимир Путин “шпаргалкаһыҙ һөйләшеүе менән аптыратҡан

АҠШ Дәүләт секретарының беренсе урынбаҫары Уэнди Шерман Economist журналы менән интервьюла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "шпаргалкаһыҙ һөйләшә белеүе" тураһында һөйләгән. 

 Ул 2015 йылда Сочила уҙған осрашыуҙа оҙак ҡына Рәсәй лидеры менән аралашыу мөмкинлегенә эйә булыуын белдергән.

" Сочила ул сактағы Дәүләт секретаре Джон Керри менән Путин менән күп ваҡытты уҙғарҙыҡ, дүрт сәғәт  тирәһе аралаштыҡк. Ул бик аҡыллы, бер ниндәй  шпаргалкалар файҙаланманы, бик тиҙ һөйләне һәм һәр һүҙен ышаныслыц итеп әйтте”, - дип билдәләп үткән Шерман.

Секретарь урынбаҫары шулай уҡ Путиндың "һәр вакыт үҙ урынында баҫып тороу" һәләтенә лә иғтибар иткән.

“Уның алға табан ҡайҙа хәрәкәт итергә кәрәклеген күҙаллауы бар. Ул билдәләнгән юлдан тайпылырға йыйынмай тип уйлайым", - тип һанай ул.

 

Фото: © РИА Новости

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: