+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
11 Август 2022, 16:44

Мәскәүҙә өс яҡлы юғары кимәлдә осрашыу ойошторола

Рәсәй Сит ил эштәре министрлығында Әрмәнстан һәм Әзербайжан менән юғары кимәлдә осрашыу әҙерләнеүе тураһында белдерҙеләр.  #ВладимирПутин

Мәскәүҙә өс яҡлы юғары кимәлдә осрашыу ойошторола
Мәскәүҙә өс яҡлы юғары кимәлдә осрашыу ойошторола

Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығында август аҙағына тиклем Баҡы, Ереван һәм Мәскәү араһында өс яҡлы бәйләнештәр әҙерләү хаҡында белдерҙеләр. Был хаҡта брифингта тышҡы сәйәси ведомствоның мәғлүмәт һәм матбуғат департаменты директоры урынбаҫары Иван Нечаев белдергән. Уның һүҙҙәренсә, өс ил араһында бәйләнештәр «юғары кимәлдә» ойоштороласаҡ. Нечаев әйтеүенсә, Әрмәнстан менән Азербайжан араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуҙың төрлө йүнәлештәре уларҙың темаһы буласаҡ.

 Бынан бер нисә көн алда  Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Әрмәнстан премьер-министры Никол Пашиняндың телефон аша Таулы Карабах тирәләй хәлдең ҡырҡыулашыуы сәбәпле  һөйләшеүҙәр үткәйне. Әңгәмә барышында сәйәсмәндәр, атап әйткәндә, Әрмән-Азербайжан сигендә именлекте тәьмин итеү мәсьәләһен ҡуҙғатты һәм Баҡы, Ереван һәм Мәскәү араһында өс яҡлы килешеүҙәрҙең бөтә положениеларын тормошҡа ашырыу кәрәклеген раҫланы.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: