Рәсми бүлек
15 Августа 2022, 06:20

Инвестиция программалары әүҙем эшләй

Уларҙың дөйөм хаҡы – 41 миллиард һумдан ашыу. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

2024 йылға тиклем Республика инвестиция программаһы буйынса яҡынса 76 миллиард һумлыҡ 280-дән ашыу объект төҙөү күҙаллана. Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығы айҡанлы төҙөләсәк 16 мөһим объекттан торған исемлекте раҫланы. Уларҙың дөйөм хаҡы – 41 миллиард һумдан ашыу.

Алда эштәр күп – Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлын төҙөүҙең, шулай уҡ республика райондарында байтаҡ инфраструктура проектын тормошҡа ашырыуҙың ҡыҙған мәле.

 Бөгөн төҙөлөш иҡтисадтың этәргесен тәшкил итә, сөнки уңайлыҡтарҙы арттырыу һәм йәшәү сифатын яҡшыртыу, эш урындары булдырыу, инновациялы транспорт һәм логистика ҡарарҙарын ғәмәлгә индереү, төҙөлөш материалдары етештереүҙән алып интеллектуаль һәм һанлы технологиялар булдырыуға тиклемге ҡатнаш тармаҡтарға ихтыяжды әүҙемләштереү кеүек бер юлы бихисап мөһим мәсьәләләр иғтибар үҙәгендә тотола.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас