Рәсәйҙә Ҡораллы көстәр хәрби хеҙмәткәрҙәре штаты һаны арта. Тейешле указға президент Владимир Путин ҡул ҡуйҙы, документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылды.
«Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең штат һанын 2 039 758 берәмек иҫәбендә билдәләргә, шул иҫәптән 1 150 628 хәрби хеҙмәткәр булырға тейеш», - тиелә унда.
Документ 2023 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/news/2022/08/25/putinn/
РИА Новости фотоһы.