Рәсми бүлек
9 Сентября 2022, 10:25

Бүләкләнеүселәр араһында республика алдынғылары ла бар

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанда йәшәгән хеҙмәт алдынғыларын дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. #ВладимирПутин

Добавить в предпочтительные источники Google

- Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте һәм аҙыҡ индустрияһы өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн “Бәләбәй һөт комбинаты” акционерҙар йәмғиәтенең техник директоры Владимир Ильин “Рәсәй аҙыҡ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ була.

- Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте һәм ветеринария өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн ”Маяҡ” йәмғиәтенең баш ветеринар табибы Илсур Төхвәтуллин “Рәсәйҙең атҡаҙанған ветеринар табибы” исеменә лайыҡ була.

- Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте һәм хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн "Ағиҙел-Инвест-Строй" йәмғиәте генераль директоры Филүс Ишбулатов “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары” орденының икенсе дәрәжә миҙалы менән бүләкләнә.

- Шундай уҡ наградаға Башҡортостан буйынса ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм халыҡ именлеген һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү хеҙмәте федераль идаралығының территориаль бүлексәһе баш белгес-эксперты Наилә Заһретдинова лайыҡ була.

Фото: kremlin.ru

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас