Владимир Путин Көнсығыш иҡтисади форумының пленар өлөшөндә ҡатнашты.
Сара сиктәрендә бөтә кешелек йәшәйеше сифатын билдәләгән ваҡиғалар тураһында мөһим белдереүҙәр яһалды, күп миллиардлы килешеүҙәр төҙөлдө.
Ил Башлығы Көнсығыш иҡтисади форумының пленар өлөшөндә сығыш яһағанда әйтеүенсә, нәҡ Көнсығышта хәҙер мөһим мәсьәләләр хәл ителә, Көнбайыш илдәренең төрлө санкциялдарына ҡарамаҫтан, нәҡ Көнсығыш илдәре әүҙем үҫешә.