Саммитта ШОС-тың донъяла именлекте һәм тотороҡлолоҡто тәьмин итеү өлкәһендәге потенциалын көсәйтеү, иҡтисади бәйләнештәрҙе арттырыу, үҙ-ара транспорт бәйләнешен үҫтереү һәм ойошманың мәҙәни-гуманитар бәйләнешен нығытыу кеүек бихисап темалар тикшереләсәк. Бынан тыш, Рәсәй Президенты Ҡытай, Иран, Пакистан,Үзбәкстан, Монголия һәм Төркиә илдәре етәкселәре менән осрашыуҙар үткәрәсәк. Владимир Путин Төркиә лидеры Рәджәп Эрдоган менән был илгә Рәсәй газын артабан оҙатыу һәм уның өсөн һумдарҙа һәм лирала өлөшләтә түләү нескәлектәрен тикшерәсәктәр.