Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
21 Сентябрь , 14:10

Владимир Путин өлөшләтә мобилизация тураһында иғлан итте

Владимир Путин Рәсәй халҡына мөрәжәғәт итте. 

Владимир Путин өлөшләтә мобилизация тураһында иғлан итте
Владимир Путин өлөшләтә мобилизация тураһында иғлан итте

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин тура эфирҙа халыҡҡа мөрәжәғәт итте. Президент белдереүенсә, бөгөндән илебеҙҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителә. Запастағылар һәм, иң элек, Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт иткәндәр, билдәле бер хәрби-иҫәп специальностарына һәм тейешле тәжрибәгә эйә булғандар ғына хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейеш.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙың барыһы ла оҙатыу алдынан мотлаҡ өҫтәмә хәрби әҙерлек үтәсәк, тип билдәләнә.

Владимир Путин граждандарға мөрәжәғәтендә билдәләүенсә, өлөшләтә мобилизациялау тураһында сара Рәсәйҙе, уның суверенитетын, территориаль бөтөнлөгөн һаҡлау һәм Рәсәй халҡының именлеген тәьмин итеү өсөн ҡабул ителгән.

“Оборона предприятиеларын матди, ресурстар һәм финанс яҡтан тәьмин итеү мәсьәләләрен хөкүмәт кисекмәҫтән хәл итергә тейеш”, - тине Президент.

Владимир Путин билдәләүенсә, референдумдарҙы хәүефһеҙ үткәреүҙе тәьмин итеү өсөн Рәсәй барыһын да эшләйәсәк.

Автор:
Читайте нас в