Рәсми бүлек
28 Сентября 2022, 09:50

Референдум һөҙөмтәләре билдәле

Запорожье халҡы нисек тауыш биргән?

Запорожье һайлау комиссияһы башлығы Галина Катющенко граждандарҙың тарихи ҡарары тураһында һөйләне һәм 27 сентябрҙә үткәрелгән референдум һөҙөмтәләрен хәбәр итте. Запорожье өлкәһенең Украина составынан сығыуы һәм уның Рәсәй Федерацияһы составына инеүе тураһында тауыш биреүҙә 541093 граждан ҡатнашты.

Һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, 430268 кеше, был иһә ҡатнашыусыларҙың 93,11 проценты, өлкәнең Рәсәй составына инеүе өсөн тауыш биргән.

- Әлеге ҡарар ҡабул ителгән көндән алып үҙ көсөнә инә, - тип хәбәр итте Запорожьеның һайлау комиссияһы башлығы.

Ул өйҙә тауыш биргәндә һайлаусыларҙың бик әүҙем ҡатнашыуын билдәләне. Галина Катющенко халыҡ-ара күҙәтеүселәргә референдумға һәм участка һайлау комиссияһы ағзаларына  эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас