Рәсми бүлек
19 Октября 2022, 06:40

Рәсәй менән Ҡытай араһында хеҙмәттәшлек йылдары иғлан ителде

2022-2023 йылдар физкультура һәм спорт өлкәһендә  ике ил араһында мөнәсәбәттәр нығынасаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы 2022-2023 йылдар Рәсәй һәм Ҡытай араһында физкультура менән спорт өлкәһендә хеҙмәттәшлек йылдары тип иғлан ителде. Был документ ике ил араһында мөнәсәбәттәрҙе артабан да арттырыу маҡсатында төҙөлгән.

Ойоштороу комитетының Рәсәй өлөшөнә төп сараларҙы төҙөргә һәм раҫларға ҡушылды. Уға 2023 йылда Екатеринбургта үтәсәк БРИКС, ШОС һәм БМО илдәренең командалары ҡатнашасаҡ Университет спортының халыҡ-ара фестивале лә инәсәк.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас