Рәсми бүлек
20 Октября 2022, 04:35

Рәсәйҙең дүрт яңы төбәгендә хәрби хәл индерелде

Рәсәй Президенты  Владимир Путин 20 октябрҙән илдең дүрт төбәгендә  Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә хәрби хәл индерҙе.  #ВладимирПутин

В.Путин ҡул ҡуйған Указға ярашлы, Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләре биләмәләрендә юғары режим кимәле индерелә, уның сиктәрендә төбәктәрҙең юғары вазифалы кешеләре вәкәләттәрҙе бойомға ашырасаҡ, иҡтисад өлкәһендә, башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдарында мобилизация сараларын, граждандар оборонаһы, халыҡты тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау сараларын үткәреүгә ҡағылаясаҡ.

      Хәрби хәрәкәт барған урындарҙа территориаль оборона  һәм территориаль оборона штабтары ойошторола.

         Бынан тыш, дүрт булдырылған: Рәсәй Федерацияһы составына инеү тураһында референдумдар уҙғарылған 4 төбәктә максималь яуап биреү кимәле, уртаса әҙерлек кимәле кимәле  Краснодар крайында, Ҡырымда, Брянск, Белгород, Курск, Воронеж, Ростов өлкәләрендә һәм Севастополдә, юғары әҙерлек кимәле - Көньяҡ һәм Үҙәк федераль округтарҙың  төбәктәрендә, база әҙерлеге – ҡалған башҡа Рәсәй төбәктәрендә индерелде.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас