Рәсми бүлек
10 Ноября 2022, 05:08

Путин Эске эштәр министрлығының өҫтөнлөклө йүнәлештәрен атаны

Рәсәй Президенты Владимир Путин эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, уларҙың өҫтөнлөклө эш йүнәлештәрен атаны. #ВладимирПутин

«Һеҙҙән киләсәктә лә енәйәттәрҙе иҫкәртеүгә, төрлө көс ҡулланыу, коррупция күренештәренә сик ҡуйыуға йүнәлтелгән, ныҡышмалы эш көтәм. Шулай уҡ өҫтөнлөктәр араһында - экстремизмға, миграция ҡануниәтен боҙоуға, киберенәйәтселеккә ҡаршы көрәш йүнәлештәре тора», - тине Путин.

      Бынан тыш, Президент Украинала хәрби операция үткәреү барышында Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең эшен дә билдәләне.

      Шулай уҡ дәүләт башлығы быйыл илдә ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр һанының кәмеүен билдәләне. «Ойошҡан енәйәтселеккә, наркосауҙаға ҡаршы тороуҙа ла һиҙелерлек һөҙөмтәләр, уңыштар бар. Бәлиғ булмағандар яғынан юл-транспорт ваҡиғалары һәм енәйәт боҙоуҙар аҙая», - тип өҫтәне Путин.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас