Бөгөнгө көндә ил халҡы өсөн автомобилдәр арзаныраҡ булырға тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дәүләт башлығы.
"Лигистика, запас частар менән ҡыйынлыҡтар булыуын, хаҡтарҙың ҡайҙан алыныуын барыһы ла аңлай, ләкин хаҡтарҙың нигеҙле булыуын ҡарар кәрәк һәм автомобилдәрҙе һәр ғаилә өсөн алырлыҡ булыуға өлгәшер кәрәк", - тине Президент Рәсәй Хөкүмәте ағзалары менән кәңәшмә барышында. Бынан тыш, Путин һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта Рәсәйҙең төп автомобиль етештереүселәренең күбеһе илебеҙ биләмәһендә автомобилдәр етештереү буйынса бөтә конвейерҙарҙы эшләтә башланы.
Әйткәндәй, бынан алда "АвтоВАЗ" компанияһы башлығы Максим Соколов пенсионерҙарға һәм хәрбиҙәргә льготалы автокредиттар программаһын киңәйтергә тәҡдим иткәйне. Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығында аңлатыуҙарынса, льготалы кредит ярҙамында, хаҡы ике миллион һумға тиклем булған УАЗ, LADA, ГАЗ моделендәге автомобилдәрҙе алып буласаҡ.