+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
28 Ноябрь 2022, 15:49

Башҡортостанда көҙгө саҡырыу кампанияһы бара

Республиканан дүрт мең егет Рәсәй армияһы сафына алына.

Башҡортостанда көҙгө саҡырыу кампанияһы бара
Башҡортостанда көҙгө саҡырыу кампанияһы бара

Быйыл саҡырыу бер айға һуңыраҡ, 1 ноябрҙә башланды, был өлөшләтә мобилизация менән бәйле. Буласаҡ ил һаҡсылары саҡырыу пункттарында кейем- һалым һәм башҡа кәрәк яраҡтар менән тәьмин ителә.  Призывниктарҙы алда ант ҡабул итеү, шулай уҡ йәш яугир курсы көтә. Быйыл хәрби частарҙа әҙерлек этабы биш айға тиклем  оҙайтылды.

      Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары Михаил Блажевич һүҙҙәренсә, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар махсус хәрби операцияла  ҡатнашыуға йәлеп ителмәйәсәк. Егеттәрҙең төп ваҡытты хәрби һөнәр үҙләштереүгә китәсәк. Көҙгө саҡырылыш 2022 йылдың 31 декабрендә тамамлана. Бер йылдан был саҡырылыш һалдаттары тыуған яғына әйләнеп ҡайтасаҡ.

Автор:
Читайте нас: