+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
8 Декабрь 2022, 09:49

Яуаплылыҡты көсәйтер кәрәк

Владимир Путин шәхси мәғлүмәттәрҙе ситкә ебәргән өсөн яуаплылыҡты көсәйтергә тәҡдим итте. #ВладимирПутин 

Яуаплылыҡты көсәйтер кәрәк
Яуаплылыҡты көсәйтер кәрәк

Был хаҡта ул  Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары менән осрашыу барышында белдерҙе.

        «Ошо өлкәлә хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү кәрәклеге барҙыр, моғайын. Әйләнештәге штрафтарға һәм енәйәт яуаплылығына килгәндә, һеҙ законһыҙ әйләнеш өсөн енәйәт яуаплылығы тураһында һөйләгәнегеҙҙе аңлайым, сөнки ошо мәғлүмәттәрҙе ҡулланыусылар урланған мәғлүмәттәрҙе файҙаланыуҙарын белергә һәм аңларға тейеш», - тип билдәләне Президент.Путин шулай уҡ, был өлкәлә ил граждандары мәнфәғәттәренә тап киләсәк төплө ҡарарҙар уйланып ҡабул ителергә тейеш, тип өҫтәне.

     Сентябрҙә Һанлы үҫеш министрлығы компенсацияға шәхси мәғлүмәттәрен  ситкә ебәреү сәбәпле  зыян күреүселәргә компаниялар тарафынан  штрафтар түләтеү тураһында закон проектын әҙерләүҙәрен хәбәр иткәйне. Уны ҡабул иткәндән  һуң компанияларға  штраф түләүгә ҡарағанда, улар өсөн хәүефһеҙлеккә аҡса һалыу отошлораҡ буласаҡ.

   Июндә В. Путин рәсәйҙәрҙең шәхси мәғлүмәттәрҙе яҡлауҙы көсәйтеүгә йүнәлтелгән законға ҡул ҡуйҙы. Законға ярашлы, операторҙар вәкәләтле власть органдарына ҡулланыусыларҙың шәхси мәғлүмәттәренең ситкә китеүе тураһында кисекмәҫтән хәбәр итергә тейеш.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: