+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
9 Декабрь 2022, 05:30

Мобилизация көтөлмәй

Ил Президенты Владимир Путин Кешеләр хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары менән осрашыуҙа махсус хәрби операцияға, Украиналағы хәлдәргә ҡағылышлы һорауҙарға ла яуап бирҙе. #ВладимирПутин

Мобилизация көтөлмәй
Мобилизация көтөлмәй

Ил Президенты Владимир Путин Кешеләр хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары менән осрашыуҙа махсус хәрби операцияға, Украиналағы хәлдәргә ҡағылышлы һорауҙарға ла яуап бирҙе.

– Мобилизацияланған 300 мең ир-егеттең 150 меңе әлеге ваҡытта операция барған зонала. Был 150 меңдең яртыһы – 77 меңе – хәрби подразделениеларҙа, ҡалғандарҙы икенсе, өсөнсө һыҙатта. Улар территориаль оборона функцияһын башҡара йәки операция үткәреү зонаһында өҫтәмә әҙерлек үтә. Владимир Путин  белдереүенсә, ҡалған 150 мең кеше, йәғни мобилизацияланғандарҙың яртыһы Оборона министрлығының полигондарында һәм уҡытыу үҙәктәрендә өҫтәмә әҙерлек үтә.

–Ошондай шарттарҙа өҫтәмә мобилизация саралары тураһында һөйләүҙең мәғәнәһе юҡ. Бөгөнгә ҡарата дәүләт өсөн дә, Оборона министрлығы өсөн дә мобилизацияның кәрәге юҡ, – тине Владимир Путин.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: