-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
13 Декабрь 2022, 15:00

Путин бюджет өлкәһендә эшләгәндәрҙең хеҙмәт хаҡын арттырырға ҡушҡан

Рәсәй Президенты Владимир Путин Министрҙар Кабинетына  киләһе йыл башында бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырырға бойорған. Был хаҡта Кремль сайтында сыҡҡан һылтанма менән РИА Новости хәбәр итә.

Путин бюджет өлкәһендә эшләгәндәрҙең хеҙмәт хаҡын арттырырға ҡушҡан
Путин бюджет өлкәһендә эшләгәндәрҙең хеҙмәт хаҡын арттырырға ҡушҡан

"Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә Рәсәй субьекттарының башҡарма хакимиәте органдары менән берлектә 2023 йыл башында бюджет хеҙмәткәрҙәренә хеҙмәт өсөн түләү фондын, быйылғы йыл һөҙөмтәһе буйынса, иҡтисад өлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡының үҫеш темпынан сығып арттырырға", - тиелгән документта. 

Путин киләһе йыл дауамында хеҙмәт хаҡына төҙөтмә индерергә ҡушҡан.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: