+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
23 Декабрь 2022, 10:10

Рәсәй төбәктәрендә - Башҡортостан вәкилдәре

Башҡортостан Рәсәй төбәктәренән беренсе булып үҙ вәкилдәрен бер юлы биш илгә ебәрә #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй төбәктәрендә  - Башҡортостан вәкилдәре
Рәсәй төбәктәрендә - Башҡортостан вәкилдәре

Башҡортостан Хөкүмәте йортонда Премьер-министр Андрей Назаров Рәсәй Федерацияһының сит илдәрҙәге Сауҙа вәкиллектәрендәге республика вәкилдәренә хеҙмәт паспорттары тапшырҙы. Документтарҙы Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, шулай уҡ Төркиә республикаларында Башҡортостан вәкилдәре алды.

Премьер-министр билдәләүенсә, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Төркиә һәм Үзбәкстан кеүек илдәр менән ныҡлы һәм ышаныслы хеҙмәттәшлек булдырыу республиканың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеген үҫтереүҙә һис шикһеҙ өҫтөнлөклө булып тора. Был илдәрҙең баҙарына сығыуҙа эске эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, сәнәғәт предприятиелары араһында хеҙмәттәшлек булдырыу, етештереүҙе локалләштереү һәм яңы логистика сылбыры төҙөү, үҙ-ара инвестициялар һәм проекттар, ватандаштар ярҙамы һәм мәҙәни бәйләнештәр – вәкилдәр эшенән тап ошо һөҙөмтә көтөлә.

– Беларусь, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан республикаларында юғары кимәлдә һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ та инде. Был илдәрҙең власть органдары һәм эшҡыуарҙар йәмәғәтселеге Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте нығытыу менән ҡыҙыҡһына. Уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса аныҡ килешеүҙәр булыуы мөһим. Әйтәйек, "Амкодор" Беларусь компанияһы менән беҙҙең "Өфө" индустриаль паркында техник талаптар буйынса ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары етештереү буйынса завод төҙөй башланыҡ. Бында инвестициялар күләме яҡынса 2,5 миллиард һум тәшкил итәсәк. Шул уҡ ваҡытта заводтың коммуналь техника етештереү буйынса икенсе проектын әҙерләйбеҙ, – тине Андрей Назаров.

Министрҙар кабинеты етәксеһе белдереүенсә, шулай уҡ Төркиәнең “Sanica Pipe” компанияһы менән республикала 2,5 миллиард һумлыҡ пластик торбалар һәм йылытыу аккумуляторҙары етештереү проектын ғәмәлгә ашырыу тураһында килешеүгә өлгәшкән.

— Рәсәй Федерацияһының сауҙа вәкиллегенә эшкә ебәреү — дөрөҫ һәм уйланылған ҡарар. Ул барған илдәге статусығыҙҙы раҫлаясаҡ. Был тәғәйенләү абруйлы, шул уҡ ваҡытта яуаплы ла. Босфор ярында, Астананың бейек йорттары һәм Ташкенттың йәшеллеге араһында тап һеҙ Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡһығыҙ, — тине Андрей Назаров.

Хәҙер Башҡортостан вәкилдәре Рәсәй Федерацияһының сит илдәрҙәге сауҙа вәкиллеге хеҙмәткәрҙәре статусында эшләйәсәк.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Рәсәй Федерацияһының Ҡытай Халыҡ Республикаһында Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиле итеп Флүр Миңзаһит улы Әсәҙуллинды тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Ошондай уҡ килешеү буйынса Саха (Яҡутстан) һәм Татарстан Республикаһы вәкилдәре эшләй.

Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Төркиә кеүек илдәр менән хеҙмәттәшлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

“Башҡортостан” гәзите сайтынан

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: