

Ер шарында ҙур фажиғә – Төркиәлә, Сүриәлә көслө ер тетрәү теркәлде. Кахраманмараш, Газиантеп, Диярбаҡыр ҡалалар ныҡ емерелгән. Ер тетрәү тулҡыны Ливияла, Израилдә, Әрмәнстанда, Ираҡта, хатта Гренландияла тойолған.
Ер тетрәү һөҙөмтәһендә меңәрләгән кеше һәләк булған, бер нисә мең яраланған, емерелгән өйҙәрҙең иҫәбе юҡ. Ҡотҡарыу эштәре дауам итә.
Ер тетрәүгә бәйле Төркиә Президенты Эрдоган 12 февралгә тиклем илдә матәм көнө тип иғлан итте.
Фажиғә айҡанлы Рәсәй Президенты Владимир Путин Төркиә һәм Сүриә илдәре башлыҡтары Р. Эрдоган менән Башар Асадтың ҡайғыларын уртаҡлашты, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҡотҡарыусылары һәм оператив төркөмө Төркиәгә һәм Сүриәгә ярҙамға ебәрелде.