Рәсми бүлек
15 Февраля 2023, 06:45

Владимир Путин 21 февралдә Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ

Владимир Путиндың Рәсәй Федераль Йыйылышы алдында сығыш яһаясағы хаҡында  яҙғайныҡ. Әммә теүәл ваҡыты билдәле түгел ине. Яңыраҡ ҡына Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песковтың хәбәре баҫылды.

Владимир Путин 21 февралдә Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡВладимир Путин 21 февралдә Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ
Владимир Путин 21 февралдә Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ

Владимир Путин 21 февралдә Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ. Сараға саҡырылыусылар исемлеге төҙөлә. Песков белдереүенсә, СВО-ла ҡатнашыусыларҙың ҡайһы берәүҙәре лә киләсәк. Сит ил журналистарының аккредитацияһы буйынса ҡарар ҡабул ителмәгән.

Матбуғат секретары һүҙҙәренсә, сығыштың темаһы бөгөнгө ваҡиғаларға ауаздаш буласаҡ.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас