

Рәсәй Президенты Владимир Путин пилотһыҙ осоу аппараттарын үҫтереү өсөн айырым милли проект тураһында белдерҙе.
Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һөйләне. Рәсәйҙең һәр төбәгендә пилотһыҙ авиация буйынса ғилми-етештереү үҙәге, дрондарҙы киң ҡулланыу өсөн инфраструктура төҙөләсәк.
«Башҡортостанда республиканың Стратегик башланғыстар үҙәге лә был эште күптән алып бара. Беҙгә уны йәһәтләргә кәрәк, бының өсөн кәрәкле нәмәләр бар», - тип билдәләне сәнәғәт министрлығы башлығы. Өфөләге «Интеграл роботлаштырылған технологиялар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте пилотһыҙ осоу аппараттарын етештереп кенә ҡалмай, шулай уҡ һауа мониторингы мәғлүмәттәрен эшкәртеү өсөн махсус программалар эшләй.