

Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә “догазификация” программаһының дауам ителеүен белдерҙе. Был программа кешеләрҙең йортона ғына түгел, социаль учреждениеларға, атап әйткәндә балалар баҡсаларына, мәғариф учреждениеларына, фельдшер-акушерлыҡ пункттарына, поликлиникаларға ошо программа нигеҙендә газды ер участкаһына тиклем бушлай үткәреүҙе күҙаллай. “Программа даими нигеҙҙә эшләйәсәк”, тип белдерҙе Ил башлығы.
Әйткәндәй, "догазификация" програамма буйынса тәү башлап беҙҙең райондың Дауыт ауылы өйҙәре "зәңгәр яғыулыҡ"ҡа тоташтырылды.