1 февралдән әсәлек капиталы 11,9 процентҡа индексацияланды. Әсәлек капиталы хәҙер Донецк, Луганск Халыҡ Республикаларында, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә йәшәүселәргә лә түләнәсәк. Һәм был 2007 йылдан һуң тыуған балаларға, йәғни Рәсәйҙә был программа эшләй башлағандан алып түләнәсәк. Ваҡытында Ҡырым менән Севастополдә йәшәүселәр өсөн ошондай уҡ ҡарар ҡабул ителгәйне.