Рәсми бүлек
28 Февраля 2023, 07:30

Балтас районынан әсә "Герой-Әсә" исеменә лайыҡ булды

Президент Владимир Путин Балтас районынан Альбина Хәйҙәршинаға "Герой-әсә" исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйған. Хәйҙәршиндарҙың ғаиләһендә - 13 бала.

Балтас районынан әсә "Герой-Әсә" исеменә лайыҡ булдыБалтас районынан әсә "Герой-Әсә" исеменә лайыҡ булды
Балтас районынан әсә "Герой-Әсә" исеменә лайыҡ булды

"Герой-әсә" исеме 1944 йылда уҡ булдырылған һәм 1991 йылдан уны биреүҙе туҡтатып торғайнылар. Президент 2022 йылдың 15 авгусында награданы ҡабаттан тергеҙеү тураһында указ сығарҙы. Был маҡтаулы исем 10 һәм унан күберәк бала табып, тәрбиәләп үҫтергән әсәләргә бирелә. Бер миллион һум аҡса ла тапшырыла.

Хәйҙәршиндарҙың өлкән балалары белем алып, үҙаллы йәшәй инде. Уртансылары техникумда, мәктәптә белем ала. Был матур ғаилә "Ата-әсәлек даны" ордены менән дә бүләкләнгәйне. 

Республикала ун һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 60 ғаилә бар. 

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас