Ошо йыл аҙағына илдәге 18 аэропорт үҙгәртеп ҡороласаҡ, был маҡсаттарға Хөкүмәт 40 миллиард һум аҡса бүлә. Был хаҡта Ил етәксеһе Владимир Путин Новосибирскиҙағы «Толмачево» аэропортының пассажирҙар терминалын видеобәйләнеш режимында асыуҙа ҡатнашҡанда
белдерҙе.
«Йыл аҙағына 18 аэропорттың инфраструктураһы яңыртылырға тейеш, киләһе йылда бындай эш тағы 16 аэропортта башҡарыласаҡ, был маҡсатта федераль бюджеттан быйыл 40 миллиард һум бүленә, 16 аэропортты үҙгәртеп ҡороуға 2024 йылда 35,5 миллиард һум тотоноу күҙаллана», – тине ул.