+2 °С
Болотло
Әбйәлилгә эш сәфәре барышында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов «Мәҙәниәт», «Экология», «Һаулыҡ һаҡлау» һәм «Демография» милли проекттарын районда тормошҡа ашырыу сиктәрендә объекттар төҙөү һәм реконструкциялау, «Мәктәптә белем биреү системаһын модернизациялау» федераль программаһы ярҙамында белем усаҡтарына капиталь ремонт үткәреү мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе.
Мөһим һөйләшеүҙә район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, уның урынбаҫары Фуат Махийәнов, подряд һәм субподряд ойошмалары, шулай уҡ заказсы һәм төҙөлөш контроле мәсьәләләре буйынса вәкилдәр ҡатнашты.