

Ул был турала Дәүләт Думаһында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2022 йылдағы эше тураһында отчет менән сығышында белдерҙе. " Рәсәйҙең һәм Ҡытайҙың үҙ-ара ғәмәли эшмәкәрлеген үҫтереү тураһында белдереүҙәре нигеҙендә, беҙ яҡын арала Ҡытай Дәүләт Советы премьеры Ли Цян менән "План-2030" ҙы раҫларбыҙ. Был программаға ҡытай партнерҙарыбыҙ менән берлектәге эштең бөтә магистраль йүнәлештәре инәсәк", - тине Мишустин.
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә үткән Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Си Цзиньпин араһында, Үҙ-ара килешеп эш итеүҙе үҫтереү тураһында урта сроклы перспективалы эш итеү буйынса берлектәге мөрәжәғәт ҡабул ителгәйне.