Рәсми бүлек
3 Апреля 2023, 11:43

СВО-ла ҡатнашыусылар өсөн Дәүләт фонды

Рәсәй Президенты Владимир Путин "Ватанды һаҡлаусылар" фондын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

#ВладимирПутин

Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Дәүләт фондын булдырыусы - РФ Хөкүмәте. Ул федераль ҡаҙна, ирекле иғәнәләр, хәйриә һәм башҡа аҡсанан туплана. Фонд хәрби хәрәкәттәр ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәсәк.

Дәүләт фондының күҙәтеүселәр советы рәйесе - РФ Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко. Уның составында федераль министрҙар, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре бар. Попечителдәр советын хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков етәкләй.

Читайте нас