

Ил Президенты ватандаштарҙы орден-миҙалдар менән наградлау һәм юғары исемдәр биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Халыҡ ара космос аренаһында осош ваҡытында күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн космонавт-һынаусы Дубров Петр Васильевичҡа Рәсәй Герой исеме бирелде һәм шулай уҡ “Рәсәй Федерацияһының летчик-космонавы” почетлы исем бирелде.
Наградланыусылар араһында Почет Билдәһе ордены, Дуҫлыҡ ордены, Батырлыҡ ордены, Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн ордены, төрлө маҡтаулы исемгә лайыҡ булыусылар бар.