

Был Төркиәләге тәүге атом электр станцияһы, Мәскәү менән Анкара уны төҙөү тураһында килешеүгә 2010 йылда ҡул ҡуйғайны, ә төҙөлөш эштәре 2018 йылда башланды. АЭС «Росатом» проекты буйынса илдең көньяҡ ярында, Мерсин провинцияһында төҙөлә. Килешеү буйынса Рәсәй дәүләт корпорацияһы, киләсәктә электр энергияһын һатыуҙан килгән килемдәре менән сығымдарын ҡаплап, төп инвестор һәм яңы станцияның милектәше булып сығыш яһай. Проектҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме 22 миллиард доллар тәшкил итә, тине Путин 2017 йылда.
Атом электр станцияһының дүрт энергия блогының һәр береһенең ҡеүәте 1200 МВт тәшкил итәсәк. План буйынса « Аккую » бөтә энергоблоктарҙы сафҡа индереү этабында йылына 35 миллиард кВт/сәғәт электр энергияһы бирергә тейеш. Тәүге энергия блогын төҙөү 2021 йылда башланды. Быйыл ул файҙаланыуға тапшырылғандан һуң башҡа энергоблоктар этаплап һәр йыл һайын берәмләп сафҡа индереләсәк.
Р. Эрдоган « Аккую » төҙөлөшөнөң башланыуын «тарихи мәл» тип атаны. Тулы ҡеүәткә сыҡҡас, Төркиәнең электр энергияһына ихтыяжының 10 процентын ҡәнәғәтләндерәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.