Рәсми бүлек
11 Мая 2023, 06:27

Рәсәй Грузия граждандары өсөн визаларҙы бөтөрҙө

Рәсәй менән Грузия араһында виза режимы 2008 йылғы конфликттан һуң индерелгәйне. 2012 йылда Грузия рәсәйҙәр өсөн бер яҡлы тәртиптә уҡ визаһыҙ индергәйне.  #ВладимирПутин

Рәсәй Грузия граждандары өсөн визаларҙы бөтөрҙөРәсәй Грузия граждандары өсөн визаларҙы бөтөрҙө
Рәсәй Грузия граждандары өсөн визаларҙы бөтөрҙө

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылдың 15 майынан Грузия граждандары өсөн виза режимын бөтөрөү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

    «2023 йылдың 15 майынан Грузия граждандары, хеҙмәт эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу йәки Рәсәй Федерацияһына ваҡытлыса 90 көндән ашыу ваҡытҡа инеү өсөн, шул иҫәптән белем алыу маҡсатында килгән граждандарҙан тыш, Рәсәй Федерацияһына визаһыҙ инеүен һәм Рәсәй Федерацияһынан сығыуын билдәләргә», - тиелә документта.

       Икенсе указ менән Президент Рәсәй авиакомпанияларының осоштарын һәм Грузияға турҙар һатыуҙы тыйыуҙы ғәмәлдән сығарҙы. Был саралар  2019 йылда Грузия парламентында Дәүләт Думаһы депутаты Сергей Гавриловтың ҡатнашыуына ҡаршы урындағы халыҡтың күмәк протест  белдереүе сәбәпле яуап итеп индерелгәйне.

       Былтыр Грузия махсус операция башланғандан һуң Рәсәйҙән киткән граждандар араһында иң популяр йүнәлештәрҙең береһе булды. Путин илдә өлөшләтә мобилизация иғлан иткәс, «Үрге Ларс» контроль үтеү пунктында күп саҡрымлыҡ сират барлыҡҡа килде. Бер көндә сикте 10 мең самаһы машина үткән.

     Уҙған йылда Грузияға Рәсәйҙән 62,3 мең кеше күсеп килгән. Грузияның Юстиция министрлығы хәбәр итеүенсә, йыл башынан алып сит ил кешеләре республикала 15 мең фатир һатып алған, уларҙың 6 меңдән ашыуын рәсәйҙәр һатып алған. Быйыл беренсе кварталда Рәсәй граждандары сит илгә һатылған 5159 фатирҙың 2,1 меңен һатып алған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас