Рәсми бүлек
15 Июнь 2023, 07:21

Рәсәйҙән ярҙам буласаҡ

Рәсәй Кубаға «законһыҙ санкцияларҙы» еңеп сығырға ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләйәсәк, тип белдерҙе Президент Владимир Путин Мәскәүҙә Куба премьеры Мануэль Марреро менән осрашыуҙа. #ВладимирПутин

Рәсәйҙән ярҙам буласаҡРәсәйҙән ярҙам буласаҡ
Рәсәйҙән ярҙам буласаҡ

«Беҙ Кубаға ҡаршы законһыҙ санкцияларҙың тиҫтәләрсә йылдар дауам итеүен беләбеҙ. Шуға ҡарамаҫтан, Куба халҡы быға бирешмәй. Беҙҙең иҡтисади хеҙмәттәшлек аша ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға барыһын да эшләйәсәкбеҙ», - тине ул.

    Рәсәй менән Куба мөнәсәбәттәре, «бөгөнгө көндөң ҡатмарлы булыуына» ҡарамаҫтан, үҫешә, тип иҫәпләй Дәүләт башлығы. Уның һүҙҙәренсә, Мәскәүҙең һәр ваҡыт Кубаға ҡарата «айырым мөнәсәбәте» булды, һәм ул шулай булып ҡала.

   Марреро, үҙ сиратында, Кубаның Мәскәүгә ҡарата көнбайыш илдәре алып барған санкцияларына ҡаршы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ил Көнбайыштың Рәсәйҙе халыҡ-ара ойошмаларҙа изоляцияларға һәм донъяға русофобияны  таратырға ынтылыуын хупламай, тип белдерҙе премьер. Көнбайыш, уның фекеренсә, был санкциялар ярҙамында Рәсәйҙе еңә алмаясаҡ.

     1960 йылда Америка граждандарының һәм утрауҙағы корпорацияларҙың милкен конфискациялауға яуап итеп, Кубаға ҡаршы тәүге санкциялар индерелә. Кубаны тауарҙар менән тәьмин итеүҙе туҡтатыу өсөн сауҙа-иҡтисади блокадаһы, эмбарго индерелә. 1961 йылда Вашингтон Гавана менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас