Рәсми бүлек
16 Июнь 2023, 01:15

Эт-бесәй тотҡандар өсөн яңы закон

Рәсәйҙә йорт хайуандарын сығарып ташлаһаң — 30 мең һумға тиклем штраф түләргә тура киләсәк. Ил башлығы ошо хаҡтағы Указға  ҡул ҡуйҙы. #ВладимирПутин

Эт-бесәй тотҡандар өсөн яңы законЭт-бесәй тотҡандар өсөн яңы закон
Эт-бесәй тотҡандар өсөн яңы закон

Рәсәйҙә йорт хайуандарын сығарып ташлаһаң — 30 мең һумға тиклем штраф түләргә тура киләсәк. Ил башлығы ошо хаҡтағы Указға  ҡул ҡуйҙы.

Закон 2023 йылдың 13 июненән үҙ көсөнә инде. Йорт хайуандарын сығарып ташлаған  хужаға 30 мең һум, штраф янай. Хайуанды насара шарттарҙа тотоуы асыҡланһа, йә уға ҡарата дүрт аяҡлылар менән вәхшиҙәрсә мөнәсәбәт булғанда штраф суммаһы 100 мең һумға тиклем артырға мөмкин. Хайуан кешенең сәләмәтлегенә зыян килтерһә, уның хзужаһына  200 мең һумға тиклем штраф һалынырға мөмкин.

Йорт хайуандарын тейешенсә тотмағандарға 50 мең һум штраф түләргә тура киләсәк.

Был закон әллә ҡасан уҡ кәрәк ине. Кешеләр уның нигеҙендә эт-бесәй алыр йәки уларҙан баш тартыр алдынан, бәлки, ныҡлап уйланыр.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас