

«Киң мәғлүмәт сараларының эше ҙур әһәмиәткә эйә. Һуңғы ваҡытта, һуңғы йылдарҙа, беҙ һеҙҙең менән бергә Рәсәй йәмғиәте берҙәмлеген булдырҙыҡ. Һәм хәрби операция барышында Рәсәйҙе көслө, ҡеүәтле ил итеп күрһәтә алдыҡ», - тип билдәләне Владимир Путин. Президенттың хәрби хәбәрселәр менән осрашыуында «Беренсе канал», Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы, НТВ, «Комсомольская правда» хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ блогерҙар һәм телеграм-каналдар авторҙары ҡатнашты.
Элемтә, киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт мәғлүмәттәре буйынса уҙған йылдың 24 февраленән ведомство Украинала хәрби операция, Рәсәй Ҡораллы Көстәрен дискредитациялау һәм санкцияланмаған акцияларға саҡырыу тураһында дөрөҫ булмаған мәғлүмәт биргән 206 мең киң мәғлүмәт саралары русурстарын һәм сайттарын япҡан.