Рәсми бүлек
26 Июнь 2023, 11:30

Форумға Адыгея республикаһы Дәүләт Советы рәйесе килде

Бөгөн  Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Адыгея республикаһының Дәүләт Советы рәйесе - Хасэ Адыгея Владимир Нарожный менән осрашты.

Форумға Адыгея республикаһы Дәүләт Советы рәйесе  килдеФорумға Адыгея республикаһы Дәүләт Советы рәйесе  килде
Форумға Адыгея республикаһы Дәүләт Советы рәйесе килде

Парламент етәксеһе Өфөгә Х Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сараларында ҡатнашыу өсөн килгән. Осрашыуҙа төбәктәрҙең сауҙа, туризм һәм парламент-ара хеҙмәттәшлек өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеүен киңәйтеү мәсьәләләре тикшерелде.

     Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 февралдә Башҡортостан менән Адыгея үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгәйне. Документ берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы, мәҙәни һәм туристик бәйләнеште һҫтереүҙе, төрлө мәсьәләләрҙә методик ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота.

      Бындай осрашыуҙар мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә һәм тауар әйләнешен арттырыуға булышлыҡ итә, бергәләп эшләү өсөн яңы мөмкинлектәр аса, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

      “Беҙ Адыгея республикаһы менән, ундағы коллегаларыбыҙ менән күп мәсьәләләр буйынса тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, иң яҡшы тәжрибәләр менән уртаҡлашабыҙ. Бигерәктә, туризмды, мәҙәниәтте үҫтереү менән ҡыҙыҡһынабыҙ”, тигән Р.Хәбиров.

Автор:
Читайте нас