

Бөгөн Өфөлә Х Рәсәй – Беларусь төбәктәре халыҡ-ара форумы сиктәрендә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Республика парламентына Рәсәй һәм Беларусь Республикаһы субъекттарының закондар сығарыу органдары делегациялары етәкселәре һәм ағзалары йыйылды.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев юғары ҡунаҡтарға республика парламенты тарихы, закондар сығарыу эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән Түбәнге Новгород өлкәһенең Закондар сығарыу Йыйылышы, шулай уҡ Тыва Республикаһы Ҡоролтайы һәм Юғары Хуралы (парламент) араһында парламент-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу осрашыуҙың төп ваҡиғаһы булды.
Түбәнге Новгород яғынан өлкәнең Закондар сығарыу Йыйылышы рәйесе Евгений Люлин, Башҡортостан-Тыва документында ҡул тамғаһын Юғары Хурал рәйесе Кан-оол Тимур улы Даваа ҡуйҙы. Константин Толкачев Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай исеменән эш итте.
Яҡтар иҫтәлекле сувенирҙар менән алмашты. Бынан тыш, Константин Толкачевҡа Тываның йөҙ йыллығы уңайынан юбилей миҙалы тапшырылды.
Шулай уҡ коллегалары өсөн экскурсия ойошторолдо. Ҡунаҡтар Ҙур ултырыштар залы менән танышты, парламентаризм тарихы музейында, Башҡортостан Республикаһының рәсми символдары залында булды.