

Дәүләт Башлығы Владимир Путин «Диңгеҙ пехотаһының ике тапҡыр Ҡыҙыл байраҡ орденлы 40-сы айырым Краснодар-Харбинский бригадаһына почетлы исем биреү тураһында”ғы указға ҡул ҡуйҙы.
“Бригаданың шәхси составының Ватанды һәм хәрби конфликттар шарттарында дәүләт мәнфәғәттәрен һаҡлау буйынса хәрби хәрәкәттәрҙә күрһәткән батырлыҡтары өсөн Диңгеҙ пехотаһының ике тапҡыр Ҡыҙыл байраҡ орденлы 40-сы айырым Краснодар-Харбинский бригадаһына “гвардия” исемен бирергә һәм уны артабан “Диңгеҙ пехотаһының ике тапҡыр Ҡыҙыл байраҡ орденлы 40-сы айырым гвардия Краснодар-Харбинский бригадаһы” тип атарға тигән юлдар бар Указда.