Рәсми бүлек
10 Августа 2023, 07:02

Рәсәй Президенты дәүләт наградалары менән бүләкләне

Бүләкләнеүселәр араһында  Башҡортостанда йәшәүселәр ҙә бар. #ВладимирПутин

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй Президенты дәүләт наградалары менән бүләкләнеРәсәй Президенты дәүләт наградалары менән бүләкләне
Рәсәй Президенты дәүләт наградалары менән бүләкләне

2023 йылдың 8 авгусында ҡул ҡуйылған һәм рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған Указға ярашлы, ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балаларҙы тәрбиәләүҙә күрһәткән хеҙмәте өсөн Дилара һәм Вадим Асаиновтар, Фидонья һәм Наил Мирғәлиевтар, Әлфиә һәм Рәсил Сәйфуллиндар, Гөлназ һәм Венер Сафиндар, Мария һәм Айҙар Туҡтаровтар «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән бүләкләнәләр.

      Ошо уҡ указ менән «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» тигән маҡтаулы исем Башҡортостандан «Дортрансстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте компаниялар төркөмөнөң идарасы партнеры Марат Латиповҡа бирелгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас