

«Ике ил араһында мөнәсәбәттәр стратегик партнерлыҡ һәм союздашлыҡ принциптарына нигеҙләнә. Төрлө йүнәлештәрҙә ике яҡлы хеҙмәттәшлек, ЕврАзЭС, ОДКБ, БДБ, ШОС һәм башҡа күп яҡлы структуралар сиктәрендә үҙ-ара конструктив эш итеү аша уңышлы үҫешә», - тип билдәләй Владимир Путин.
Рәсәй Президенты ике яҡлы бәйләнештәрҙе үҫтереү ике ил граждандарының мәнфәғәттәренә яуап бирә һәм Евразия киңлегендә хәүефһеҙлекте нығытыуға булышлыҡ итә тигән ышаныс белдерҙе.
Шулай уҡ, Путин Жапаровҡа һаулыҡ һәм уңыштар, ә республика граждандарына бәхет һәм именлек теләне.