Рәсәй Президенты Владимир Путин Кремлдә Мордва республикаһы башлығы Артем Здунов менән осрашты.
Һөйләшеү төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләһенә ҡағылды, иң мөһиме - илдең дарыу хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тип билдәләнде. Әле был республикала антибиотиктар һәм вирусҡа ҡаршы препараттар сығарыу өсөн субстанциялар етештерелә лә инде. Мордва республикаһы етәксеһе шулай уҡ ил Президентына элекке хөкөм ителгән кешеләрҙе эшкә урынлаштырыу тәжрибәһе менән дә таныштырҙы.
ФОТО: ntv.ru