

Берҙәм республика округы буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау һөҙөмтәләренән күренеүенсә, 28-се Ҡыҙыл һайлау округында һайлаусылар исемлегенә индерелгән 49029 кешенең 28083-ө (57,28%) тауыш биреүҙә ҡатнаштҡан. Һайлауҙа партиялар буйынса:
“РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ КОММУНИСТАР ПАРТИЯҺЫ” – 5784 (20,60%);
“ҒӘҘЕЛ РӘСӘЙ – ДӨРӨҪЛӨК ӨСӨН” – 1449 (5,16%);
“ЯҢЫ КЕШЕЛӘР” – 1463 (5,21%);
“ЛДПР – РӘСӘЙҘЕҢ ЛИБЕРАЛЬ-ДЕМОКРАТИК ПАРТИЯҺЫ” – 1221 (4,35%);
“БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” 17812 (63,43%) тауыш йыйған.
Ә бер мандатлы округ буйынса депутаттар һайлауҙың һөҙөмтәләре түбәндәгесә булды. Һайлаусылар исемлегендә теркәлеүсе 49026 граждандың 28068-е (57,25%) тауыш бирҙе. Депутат мандатына дәғүә итеүселәрҙән:
С. Т. Зәйнуллин – 5169 (18,42%);
Г. Ғ. Ҡолһарина – 17884 (63,72%);
В. А. Рысенков – 1225 (4,36%);
Р. Ә. Ялалов – 3399 (12,11%) тауыш йыйҙы.
Һайлау йомғаҡтары буйынса 28-се Ҡыҙыл һайлау округы буйынса һайлаусыларҙың етенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутат итеп Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһаринаға ышаныс белдереүе мәғлүм булды.
Г. Ғ. Ҡолһарина – 1977 йылғы, Өфө ҡалаһында йәшәй, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса булдырылған “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының төбәк филиалын етәкләй, республика парламентына депутатлыҡҡа үҙ-үҙен күрһәткән.
***
Берҙәм тауыш биреү көнөндә район биләмәһендә 15 ауыл Советына ла депутаттар һайланды. Ауыл биләмәләренең 144 округында ла һайлауҙар ғәмәлгә ярашлы уҙҙы тип билдәләнде. Урындағы Советтарға депутаттар һайлау һөҙөмтәләре буйынса тулы мәғлүмәт менән район хакимиәтенең рәсми сайтында урынлашҡан төбәк һайлау комиссияһы битләүендә https://abzelil.bashkortostan.ru/activity/38391/ таныша алаһығыҙ.