КХР менән хәрби-техник хеҙмәттәшлек тураһындағы һорауға яуап итеп, был өлкәлә «билдәле сикләүҙәр бар» Рәсәй уларҙы теүәл үтәй тип башланы В. Путин. «Ләкин беҙ һөйләшә алырлыҡ әйберҙәр бар. Беҙ ошо хаҡта фекер алышабыҙ. Һәм бында ла перспективалар бар», - тине Президент.
Уның һүҙҙәренсә, Ким Чен Ындың Рәсәйгә сәфәренә йомғаҡ яһарға иртә әле, сөнки Төньяҡ Корея лидеры өсөн әҙерләнгән саралар программаһы күп әле.
Уға хәрби һәм граждандар авиацияһы техникаһы етештереү заводтарын, Тымыҡ океан флоты мөмкинлектәрен күрһәтәсәктәр, мәғариф һәм ғилми учреждениелар менән танышасаҡ.