

Бөйөк Новогородта Ил башлығы Владимир Путин “Рәсәй Федерацияһында хеҙмәт баҙарын үҫтереү тураһында”ғы мәсьәлә буйынса киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе.
Мәҫәлән, декрет ялында булған ҡатындарҙың квалификацияһын күтәреү, шулай уҡ махсус операцияла ҡатнашҡандарҙы эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтеү кеүек мәсьәләләр хеҙмәт баҙарын үҫтереү буйынса сараларҙы хәл итеүгә бәйле тип билдәләне В. Путин.
“Алғы һыҙыҡта булған яугирҙәребеҙ, һүҙҙең ысын мәғәнәһендә, геройҙарыбыҙ үҙҙәрен йәмғиәткә кәрәкле итеп тойһон, эшләй, яҡындарын матди яҡтан тәьмин итә, ғаилә төҙөй алһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк”, – тип өҫтәне Ил Президенты.